Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» программаһы, коронавирусҡа шик булыуы сәбәпле, изоляцияға ебәрелде

Йәмғиәт

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге «Сәләм» тапшырыуы хеҙмәткәрҙәре, коронавирусҡа шик булғанлыҡтан, тулы составта изоляцияға ебәрелде. Эфирҙа яңы сығарылыштар урынына элекке программалар ҡабатлап күрһәтелә.

«Башинформ» «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдиновҡа комментарий һорап мөрәжәғәт итте.

«Хеҙмәткәрҙәрҙең береһендә пневмонияға шик булыуға бәйле, шулай уҡ инфекцияның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында «Сәләм»дең ижади төркөмөн бер аҙнаға изоляцияға ебәрергә ҡарар иттек. Бер нисә көн эфирҙа программаның иң яҡшы сығарылыштарын күрһәтәбеҙ. Бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә медицина тикшереүен үткәс һәм беҙ уларға, башҡа коллегаларыбыҙға хәүеф янамауына инанғас, программа эфирға сығыуын дауам итер», — тине холдингтың генераль директоры.

Тапшырыуҙың баш мөхәррире Наил Юнысов әйтеүенсә, ул үҙен һәйбәт хис итә, шулай ҙа ике тапҡыр коронавирусҡа тест тапшырған. Бер үк көндә беренсе тест — ыңғай, икенсе лабораторияла алынған тест кире һөҙөмтә күрһәткән. Әле ул өсөнсө тапҡыр анализ бирергә йыйына.

https://www.bashinform.ru/news/1500818-programma-salyam-telekanala-bst-ushla-v-samoizolyatsiyu-iz-za-podozreniya-na-koronavirus-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть