Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Республикала юл фажиғәһендә «ВАЗ-2110» автомобиленең 17 йәшлек пассажиры, ат менән уның ике ҡолоно һәләк булған

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостандың Дыуан районында 30 сентябрҙә төндә Дыуан-Ләмәҙ автомобиль юлының 2-се саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 20 йәшлек егет «ВАЗ-2110» машинаһында атты, уның ике ҡолонон бәрҙергән.

Автоһәләкәттә 17 йәшлек пассажир алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында йән биргән. Шулай уҡ 18, 17 йәшлек ҡыҙҙар һәм 18 йәшлек егет дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, водитель иҫерек булған, уның таныҡлығы ла юҡ.

Авария ҡуйы томан шарттарында булған. Малдар үлгән.

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының йыш осраған сәбәптәре һәм уларға юл ҡуймау тураһында беҙҙең лонгридта уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/1500756-v-bashkirii-v-dtp-pogibli-17-letniy-passazhir-vaz-2110-i-sbitye-loshad-s-dvumya-zherebyatami/

Альмира Давлетбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть