Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә Мостай Кәрим урамында ике яҡлы хәрәкәт асыла һәм ағастар ултыртыла

Иҡтисад

Өфөлә Мостай Кәрим урамында ике яҡлы хәрәкәт асыла. Бында юлды ремонтлау эштәрен октябрҙә тамамлау күҙаллана.

Транспорт Киров урамынан Чернышевский урамына тиклемге арауыҡта ике йүнәлештә хәрәкәт итергә тейеш. Тиҙҙән бында махсус юл билдәләре ҡуйыла.

Хәҙер юлсылар айырым участкаларҙа йәйәүлеләр юлына плитә түшәй һәм юл япмаһы эштәрен дауам итә. Бынан тыш, юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы тышҡы яҡтыртыу селтәрен ҡороу планлаштырыла.

«2021 йылдың яҙында «Арт-КВАДРАТ» ижад майҙансығы янында Коммунистик урамдан Чернышевский урамына тиклем 60 төптән ашыу йәш ағас ултыртыла», — тип белдерҙеләр Өфө хакимиәтендә.

Бынан алда «Башинформ» Өфөнөң Мостай Кәрим урамында Коммунистик урамдан Чернышевский урамына хәтлем барлыҡ ағастарҙы ҡырҡып ташлауҙары тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/1500564-v-ufe-na-uchastke-ulitsy-mustaya-karima-otkroyut-dvustoronnee-dvizhenie-i-vysadyat-derevya/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: юл эштәре
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть