Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.45 ↑

EUR 90.35 ↑

28 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында Бөрйән районында пневмония менән ауырыусыларҙың артыуы һәм район дауаханаһындағы хәл тураһында һөйләнеләр

Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан Бөрйән районында дауахананан тыш пневмония менән ауырыусыларҙың артыуы һәм муниципалитеттың үҙәк дауаханаһындағы хәл тураһында хәбәр иттеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 сентябрҙән район башлығы карантин сараларын индерҙе. Ул быны коронавирус инфекцияһы, дауахананан тыш пневмония һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең ҡырҡа артыуы менән аңлатты. Муниципалитетта ике аҙна күләмле саралар уҙғарыу тыйыла, баҙар ябылды, уҡыусылар өйҙән уҡыуға күсерелде, балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр генә эшләй.

«Башинформ» Бөрйән үҙәк район дауаханаһына хәлде аңлатыуҙы һорап мөрәжәғәт итте.

Медицина учреждениеһының баш табибы Фәнил Фәтҡуллин һөйләүенсә, районда хәл, ысынлап та, ҡатмарлы.

«Сирҙең юғары нөктәһенә еткән мәле. Табиптарҙың байтағы ауырып китте, күптәре, хәҙер һауығып, эшкә сыҡты. Сирле халыҡ ағымы көсәйә генә. Шуны иҫәпкә алып, дауахананың инфекция һәм терапия бүлектәрендә дауахананан тыш пневмонияны дауалау өсөн провизор госпитале асырға ҡарар ителде. Унда медицина персоналы вахта ысулы менән тәүлек әйләнәһенә эшләргә тейеш. Бынан тыш, Байназар амбулаторияһында һәм терапия корпусының табип-инфекционист кабинетында дауаханаан тыш пневмония менән сирлеләр өсөн процедура кабинеттары асыла. Шулай уҡ коронавирус лаборатор раҫланған ауырыуҙарҙы өйҙә дауалау өсөн стационарҙар ойошторола. Райондың 26 фельдшер-акушерлыҡ пункттарында «ике яҡлы пневмония» диагнозы ҡуйылған сирлеләргә ярҙам күрһәтеү ойошторола», — тип хәбәр итте баш табип.

Шуны билдәләп үтәйек: провизор госпитале – инфекция йоҡторған кешеләр менән бәйләнештә булғандарҙы, сәфәрҙән ҡайтҡандарҙы, изоляцияла ултырғандарҙы тикшереү учреждениеһы ул.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, Бөрйән районында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы, грипп һәм пневмония менән ауырыусылар арта бара.

«Был шул иҫәптән көҙгө эпидемиологик миҙгел, һауа шарттары, йәмәғәт урындарында һәм учреждениеларында эпидемиологик нормаларҙы үтәмәү менән бәйле. Сентябрҙә генә районда 60 дауахананан тыш пневмония осрағы теркәлде. Хәҙер районда рәсми рәүештә коронавирус инфекцияһын йоҡторған 5 кеше иҫәпләнә. Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп менән ауырыусылар ҙа арта. Был, киҫкен булмаһа ла, көсөргәнешле хәл. Ләкин Бөрйән үҙәк район дауаханаһы асыҡ. Медицина учреждениеһында кәрәкле дарыуҙар һәм ҡорамалдар бар, коронавирусҡа тест эшләнә».

Ведомствола әйтеүҙәренсә, йоғошло ауырыуҙан, шул иҫәптән пневмониянан яфаланғандарҙың бөтәһе лә коронавирус менән сирләй тигән шик аҫтында.

https://www.bashinform.ru/news/1500397-v-minzdrave-rb-rasskazali-o-roste-pnevmoniy-v-burzyane-i-situatsii-v-rayonnoy-bolnitse-/  

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть