Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.45 ↑

EUR 90.35 ↑

28 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы журналистар араһында «Зауыҡлы биләмәләр йылы»н иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан итте

Йәмғиәт

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы «Зауыҡлы биләмәләр йылы»н яҡтыртыу буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары материалдарына конкурс иғлан итте. Конкурста айырым авторҙар йәки авторҙар коллективы ҡатнашырға мөмкин, аноним эштәр ҡабул ителмәй. Материалдар 2020 йылдың 1 ғинуарынан 1 ноябренә тиклем баҫылып сығырға тейеш. Эштәрҙе 10 ноябргә хәтлем ебәрергә кәрәк: Өфө, С.Халтурин урамы‚ 28, 420-се бүлмә (тел. 218-17-86).

Конкурс эштәре төрлө жанрҙа булырға мөмкин: республиканың дәүләт телдәрендә мәҡәлә, репортаж, интервью, һүрәтләмә. Конкурстың шарттары – бында.

Еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса һайлана: «Интернет-киң мәғлүмәт сараһында иң яҡшы материал»; «Теле- һәм радиоканалдарҙа иң яҡшы материал»; «Иң шәп фотограф»; «Социаль селтәрҙә иң яҡшы видео»;  «Зауыҡлы биләмәләр йылы темаһын иң яҡшы яҡтыртҡан мәктәп студияһы».

https://www.bashinform.ru/news/1500248-minzhkkh-bashkirii-obyavil-konkurs-zhurnalistov-na-luchshee-osveshchenie-goda-estetiki-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть