Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.45 ↑

EUR 90.35 ↑

28 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала 18 меңдән ашыу кеше оҙон ғүмерле тип иҫәпләнә

Сәйәсәт

Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, республикабыҙҙа 60 йәштән өлкәнерәк 849 меңдән ашыу кеше йәшәй.

Өлкән йәштәгеләрҙең дөйөм һанынан 623 мең кеше — 60-74, 207 меңе — 75-89 йәштә. 18 меңдән ашыу кеше оҙон ғүмерлеләр йәшенә еткән — 90 йәштә һәм унан өлкәнерәк.

Башҡортостанда 60 йәштән өлкәндәрҙең өлөшө йыл башына 21% тәшкил иткән.

Былтырғы йомғаҡтар буйынса, республикала халыҡтың ғүмер оҙонлоғо күрһәткесе — 72 йәш.

2020 йылдың башында ҡалаларҙа 60 йәште уҙған 497 меңгә яҡын кеше йәшәгән, ауыл ерендә иһә 352 мең кеше булған.

Бөтә донъялағы кеүек үк, ололар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда күберәк. Беҙҙең республикала 60 йәштән өлкәнерәк 533 мең ҡатын-ҡыҙ һәм 316 мең ир-егет иҫәпләнә. Ир-егеттәрҙең аҙлығы тәү сиратта улар араһында үлем осраҡтарының юғары булыуына бәйле. Былтыр республикала ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың көтөлгән ғүмер оҙайлығы араһында айырма 10,7 йәш тәшкил иткән.

Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, никахҡа инеүселәр ҙә күп. Мәҫәлән, 2019 йылда 60 йәштә һәм унан өлкәнерәк 700 ир-егет һәм 424 ҡатын-ҡыҙ өйләнешкән. Улар араһынан 69 ир-егет һәм 43 ҡатын-ҡыҙ бер ҡасан да никахта тормаған.

2018 йылда халыҡтың йәшәү шарттарын күҙәтеү йомғаҡтары буйынса, эшкә һәләтле йәштәге өлкәндәрҙең 68% – үҙҙәренең сәләмәтлеген ҡәнәғәтләнерлек, 25%  ашыуы мөшкөл тип баһалай. Хаҡлы ялдағыларҙың 58% күберәге хроник сирҙәрҙән яфалана.

https://www.bashinform.ru/news/1500143-v-bashkirii-bolee-18-tysyach-lyudey-schitayutsya-dolgozhitelyami-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть