Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.45 ↑

EUR 90.35 ↑

28 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Наил Ғәббәсов Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры итеп тәғәйенләнде

Йәмғиәт

Наил Ғәббәсов Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр итте республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә.

Бынан алда Наил Ғәббәсов Ҡырым Республикаһының Үҫеш корпорацияһына етәкселек итте.

Уның етәкселегендәге команда ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Ҡырымдың Үҫеш корпорацияһын Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтенә сығарҙы, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Беҙ күптән улар менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ һәм килергә күндерҙек. Ҡайҙа тыуғанһың, шунда кәрәкһең, тиҙәр бит», — тип өҫтәне республика башлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың апреленән Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһына Раил Сарбаев етәкселек иткәйне.

Белешмә

Наил Ғәббәсов Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Юрист. 2014-2017 йылдарҙа Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының башҡарма директоры булып эшләй. 2017 йылда Ҡырым Республикаһының Үҫеш корпорацияһы генераль директоры урынбаҫары итеп тәғәйенәләнә.

https://www.bashinform.ru/news/1499661-v-bashkirii-nachalnikom-korporatsii-razvitiya-naznachen-shamil-gabbasov-/  

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть