Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.45 ↑

EUR 90.35 ↑

28 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә танылған шағир, яҙыусы һәм журналист Рәсих Ханнанов донъя ҡуйҙы

Мәҙәниәт

Бөгөн, 28 сентябрҙә, Өфөлә танылған шағир, яҙыусы һәм журналист Рәсих Ханнанов 89-сы йәшендә донъя ҡуйҙы.

Республиканың Яҙыусылар берекмәһенән хәбәр итеүҙәренсә, хушлашыу иртәгә, 29 сентябрҙә, ул йәшәгән йорт ихатаһында була. Адресы: Революция урамы, 66. Яҙыусының васыяты буйынса, уны Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында ерләйҙәр.

Рәсих Нурғәли улы Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған. 1956-1958 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡый.

1957-1962 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районы гәзите редакцияһында эшләй. 1962 йылда «Ҡыҙыл таң» республика гәзите редакцияһына әҙәби хеҙмәткәр итеп күсерелә.

1964-1969 йылдарҙа КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Мәскәү юғары партия мәктәбендә журналистика факультетында уҡый. «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй. Әҙәбиәткә 50-се йылдарҙа килә. Проза, поэзия, публицистика жанрҙарында эшләй.

Уның «Йәшлек ҡанаттары» исемле тәүге китабына (1970) хеҙмәт геройҙары, авторҙың данлыҡлы яҡташтары тураһында очерктары тупланған. Рәсих Ханнанов яҡташы – генерал Шайморатовтың тормошо, хәрби юлы хаҡында документаль мәҡәләләр ҙә баҫтырып сығара. Билдәле композиторҙар уның шиғырҙарына бик күп лирик йырҙар ижад итте. Нәҫерҙәре лә тәрән лирика менән айырылып тора. «Көтөгөҙ мине, тирәктәрем!» повесында (1980) автор Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡырыҫ ысынбарлығын, үҫмерҙәрҙең тормошон һәм рухи донъяһын һүрәтләй. «Ҡатынға бүләк» китабында (1985) яҙыусы һәм юморист Рәсих Ханнановтың әҙәби һәләтенең яңы яғы асылды.

Рәсих Ханнанов БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы миҙалдары һәм Почет грамоталары менән билдәләнде. Ш.Хоҙайбирҙин һәм Ә.Атнабаев исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Былтыр республика Башлығы Радий Хәбиров уны Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне. Рәсих Ханнанов С.Юлаев һәм Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияларҙы тапшырыу буйынса комиссия ағзаһы, «Мәслихәт» башҡорт-татар дуҫлығы йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе булды.

https://www.bashinform.ru/news/1499520-v-ufe-skonchalsya-izvestnyy-poet-pisatel-i-zhurnalist-rasikh-khannanov-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть