Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.45 ↑

EUR 90.35 ↑

28 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге – һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күреп» аҙыҡ-түлек менән ярҙам күрһәтеүҙең дүртенсе тулҡыны башланды

Йәмғиәт

Республикала «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге – һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күреп» аҙыҡ-түлек менән ярҙам күрһәтеүҙең дүртенсе тулҡыны башланды. Был юлы комплекттар 75-79 йәшлек беренсе төркөм инвалидтары өсөн тәғәйенләнгән.

Ошо йыйылмаларҙы алырға тейешле төркөм – билдәле бер исемлек бар. Улар яҡынса мең ярым кеше. Ауыр хәлдә ҡалған граждандар ҙа ярҙам алырға хоҡуҡлы. Бының өсөн 8-800-201-89-03 номеры буйынса шылтыратып, ғариза ҡалдырырға кәрәк. Мәғлүмәттәрҙе тикшергәндән һуң, ирекмәндәр адрес буйынса бара.

Дүртенсе тулҡын буйынса ике меңдән ашыу аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләнгән. Уға Башҡортостанда етештерелгән ярмалар, шәкәр, макарон изделиелары инә. «Беҙҙең хәстәрлек» берҙәм ирекмәндәр үҙәге ирекмәндәре республиканың барлыҡ район-ҡалаларында аҙыҡ-түлекте тарата башланы ла инде. Рәсәй Пенсионерҙар союзының төбәк бүлексәһе идараһы рәйесе Александр Кузнецов уларға хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/1499411-startovala-chetvertaya-volna-produktovoy-pomoshchi-produkty-bashkortostana-s-zabotoy-o-vas/

Сергей Николаев
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть