Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.77 ↓

EUR 91.56 ↓

21 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Октябрьскийҙа «Уйна, гармун!» халыҡ байрамы ойошторола

Мәҙәниәт

26 сентябрҙә Октябрьский ҡалаһында «Уйна, гармун!» халыҡ байрамы ойошторола. Байрам иртәнге сәғәт 11-ҙә асыла һәм йыйылыусыларҙы Октябрьский ҡалаһының Милли мәҙәниәттәр үҙәге менән таныштыра. Һуңынан ҡатнашыусылар «Дуҫлыҡ» паркында ағас ултырта. Сәғәт 2-лә гармунсыларҙың тантаналы йөрөшө көтөлә.

«Нефтсе» ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында гармунсыларҙың «Күңел ас, гармун!» асыҡ фестивале, фольклор ансамблдәренең «Баҡыр ҡыңғырау» фестивале, халыҡ кәсептәре оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәһе, оҫталыҡ дәрестәре, милли уйындар һәм ярыштар, интерактив күңел асыу программалары була. Байрамда фотозона ла эшләй. Программа гармунсыларҙың ҙур концерты менән тамамлана.

Асыҡ һауала ойошторолған сараға милли татар фольклоры, халыҡ башҡарыу сәнғәте жанрында эшләгән профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтар, ойошмалар һәм солистар, шулай уҡ традицион мәҙәниәтте ижади тергеҙеү менән шөғөлләнгән ойошмалар, этно-тарихи реконструкция клубтары, халыҡ костюмы театрҙары, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм традицион халыҡ кәсептәре оҫталары саҡырыла.

Биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм традицион халыҡ кәсептәре оҫталары өсөн күргәҙмә сараларының төп шарты – оҫталыҡ дәресе ойоштороу. Байрамда ҡатнашыу бушлай.

Байрамды ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте, Октябрьский ҡалаһы мәҙәниәт йорто. Проектҡа Президент гранттары фонды булышлыҡ күрһәтә.

https://www.bashinform.ru/news/1498939-v-oktyabrskom-proydet-narodnyy-prazdnik-igray-garmon-/  

Ләйлә Аралбаева
Теги: байрам
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть