Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.77 ↓

EUR 91.56 ↓

21 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө онкология үҙәгендә коронавирусҡа шик булған пациент табылған

Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында Өфө онкология үҙәген ике аҙнаға карантинға ябыуҙары тураһында хәбәрҙе кире ҡаҡтылар. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, диспансерҙа ятҡан бер пациентта яңы коронавирус инфекцияһына шик бар. Ул өсөнсө хирургия бүлексәһендә асыҡланған.

«Бәйләнештә булған һәм хирург күҙәтеүенә мохтаж пациенттар изоляторға күсерелгән, мохтаж булмағандары ике аҙнаға изоляцияға ҡайтарып ебәрелгән. Бүлексәлә дезинфекция үткәрелә», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ведомство вәкилдәре һүҙҙәренсә, Өфө онкология үҙәге планға ярашлы эшләй, карантин индерелмәгән.

https://www.bashinform.ru/news/1498830-v-ufimskom-onkotsentre-obnaruzhen-patsient-s-poddozreniem-na-covid-19/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть