Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.77 ↓

EUR 91.56 ↓

21 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала коронавирус арҡаһында мунсаларҙың һәм сауналарҙың эше үҙгәртелде

Йәмғиәт

Башҡортостанда «Юғары әҙерлек» тәртибе шарттарында эшен дауам иткән йәмәғәт мунсаларының һәм сауналарының эше документаль теркәлде. Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты бойороғона ярашлы, хәҙер мунсаға алдан яҙылып ҡына барырға мөмкин. Сиратыңды мунса йәки сауна эсендә көтөргә ярамай, ә ял итеү зоналарында килеүселәр 1,5 метрҙан кәм булмаған социаль дистанцияны һаҡларға тейеш.

Йәмәғәт мунсалары һәм сауналары өсөн тағы бер мотлаҡ шарт – бина хеҙмәткәрҙәренең битлек-бирсәткәләрҙе файҙаланыуы. Был сабыныу бүлмәһенә ҡағылмай.

Килеүселәр ҙә ял итеү зоналарында ғына битлек кейеп йөрөргә тейеш. Сабынырға яратыусылар үҙҙәре менән эсемлектәр килтерергә мөмкин, ә бина эсендә ял итеүселәргә төргәктә ланч-бокстар һәм эсемлектәр бирергә рөхсәт ителә.

Хеҙмәткәрҙәр – көнөнә ике тапҡыр, килеүселәр ингән ерҙә тән температураһын үлсәтергә бурыслы. Бойороҡҡа ярашлы, эш көнө башланыр алдынан мунсаларҙа һәм сауналарҙа дезинфекция үткәрергә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, пандемия башланғандан һуң 1 сентябрҙә республикала мунсалар һәм сауналар асылды.

https://www.bashinform.ru/news/1498635-v-bashkirii-iz-za-koronavirusa-izmenili-rabotu-ban-i-saun-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть