Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында 36-сы кешенең коронавирустан вафат булыуын белдерҙеләр

Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан тағы бер кешенең коронавирус инфекцияһы эҙемтәләренән вафат булыуын хәбәр иттеләр.

Шулай итеп, хәҙер республикала 36 кеше COVID-19-ҙан үлгән тип иҫәпләнә.

Уҙған тәүлектә төбәктә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 35 осрағы асыҡланған. Эпидемия башланғандан алып 8 556 кеше сирләгән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 53 пациент республика стационарҙарында ята, уларҙың берәүһе – ауыр хәлдә. Ә 515 сирле өй шарттарында дауалана. Бер тәүлектә 48 кеше һауыҡҡан.

Тәүлек эсендә Башҡортостанда 110 кешегә «дауахананан тыш пневмония» диагнозы ҡуйылған, 88 кеше дауаланып сыҡҡан.

https://www.bashinform.ru/news/1498241-v-minzdrave-bashkirii-soobshchili-ot-36-m-pogibshem-ot-koronavirusa-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть