Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә яңы яр буйында атыш ойоштороусыларҙың береһе тотолған

Хәл-ваҡиғалар

Полицейскийҙар 22 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында яңы яр буйында атыш ойошторған 26 йәшлек Өфө егетен тотҡан. «Башинформ» агентлығына республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул 3-сө полиция бүлегенә килтерелгән.

«Унан патрон менән атыу мөмкинлеге булмаған пистолет тартып алынған. Уның шәхси автомобилендә китеп барған саҡта атыуы асыҡланған. Әле егетте закон менән билдәләнгән яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында мәсьәлә хәл ителә», — тип хәбәр иттеләр ведомство вәкилдәре.

Шулай уҡ «Башинформ» агентлығына Әрмәнстанда тыуып үҫкән 26 йәшлек Алихан Р.-ҙың үҙенең «Мерседес-Бенц» автомобилендә туй кортежында ҡатнашыуын һәм буш патрон менән атып, йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеүен асыҡларға мөмкин булды.

https://www.bashinform.ru/news/1498074-v-ufe-zaderzhan-muzhchina-ustroivshiy-strelbu-na-novoy-naberezhnoy-/    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть