Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт опера театры бөтә спектаклдәрҙе ике аҙнаға күсерҙе

Мәҙәниәт

Башҡорт опера һәм балет театрында бөтә спектаклдәрҙе ике аҙнаға күсерергә мәжбүр булдылар. Бындай саралар опера һәм балет труппалары солистарының сирләүе менән бәйле, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына театрҙың матбуғат хеҙмәтенән. Шулай ҙа театр үҙ эшен тулыһынса туҡтатмай, репетициялар дауам итә.

Сентябрь аҙағында сәхнәлә ҡуйылырға тейешле ҡайһы бер спектаклдәрҙе ошо уҡ билеттар менән октябрҙә ҡарарға мөмкин. «Кармен» (23 һәм 24 сентябрь), «Аленький цветочек» (26 сентябрь), «Травиата» (1 октябрь), «Спартак» (3 октябрь) һәм «Летучая мышь» (4 октябрь) күсерелде. «Аленький цветочек» балеты 10 октябрҙә күрһәтелә; билеттар ғәмәлдә.

«Башҡа спектаклдәрҙе күрһәтеү көндәре тураһында өҫтәмә рәүештә хәбәр ителер, — тип белдерҙеләр театрҙа. — Һатып алған билеттарҙы ошо уҡ ысул менән: онлайн, театр кассаларында йәки тулы хоҡуҡлы вәкилдәргә кире бирергә мөмкин. Уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ теләп, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры спектаклдәренә көтөп ҡалабыҙ».

Был осорҙа театрҙың YouTube-каналында спектаклдәр күрһәтергә йыйыналар.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ла ҡайһы бер спектаклдәрҙе күсерҙеләр.

https://www.bashinform.ru/news/1497782-v-ufe-bashopera-na-dve-nedeli-otmenila-vse-spektakli/

Ләйлә Аралбаева
Теги: карантин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть