Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала магазин янында 14 йәшлек малай ҡапыл вафат булған

Хәл-ваҡиғалар

Тәтешле районында 21 сентябрҙә кис көнө урамда бер малай менән бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. 14 йәшлек уҡыусы дуҫы менән магазинға килгән, сауҙа нөктәһе янында уның хәле насарайған. Малай ергә йығылған. Дуҫы һәм осраҡлы кешеләр ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Килеп еткән табиптар үҫмерҙең үлемен теркәгән. Бәлки, бала ниндәйҙер сирҙән яфаланғандыр йә иһә нимәлер ашап, ағыуланғандыр тигән фараздар бар.

Башҡортостан Республикаһы Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, үҫмерҙең үлеме буйынса тәфтиш алды тикшереүе үткәрелә.

«Үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, енәйәт эҙе юҡ», — тип белдерҙеләр ведомствола.

https://www.bashinform.ru/news/1498041-v-bashkirii-ryadom-s-magazinom-vnezapno-skonchalsya-14-letniy-malchik/        

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть