Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала Борай районы башлығы вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Рушан Гәрәев Борай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул 12 йыл Тәтешле районын етәкләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Борай районының элекке башлығы Рөстәм Исхаҡов бер нисә көн элек вазифаһын ҡалдырҙы.

Рушан Гәрәев 1962 йылдың 2 авгусында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет билдәһе, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы, Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» ордены менән бүләкләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/1497660-v-bashkirii-naznachen-vrio-glavy-buraevskogo-rayona/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть