Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала COVID-19 менән сирләгәндәргә шифаханаларға тәүге сертификаттар биреүҙе хупланылар

Иҡтисад

Башҡортостанда хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә коронавирус йоҡторғандарға шифаханаларға сертификат тапшырыу өсөн  ғаризаларҙы ҡарай башланылар.

Алдан хәбәр ителгәнсә, республикала эшләгән ваҡытта COVID-19 йоҡторған хеҙмәткәрҙәргә республика шифаханаларында реабилитация үтергә мөмкин.  

Хөкүмәттә комиссияның тәүге ултырышында 67 ғариза ҡаралды. Хәбәр ителеүенсә, 42 хеҙмәткәргә генә сертификат биреүҙе хупланылар.

«Ғариза яҙыусыларға сертификат биреүҙән баш тартыуҙың төп сәбәбе – уларҙың кәрәкле документтарҙы тулы күләмдә тапшырмауы. Шул уҡ ваҡытта граждандар йәнә ғариза менән мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы», – тип белдерҙеләр хөкүмәттә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, эштә коронавирус йоҡторған медицина хеҙмәткәрҙәренә, социаль хеҙмәткәрҙәргә, ирекмәндәргә, Роспотребнадзор, Эске эштәр министрлығы, Рәсәй гвардияһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә 14 көнгә шифаханаға бушлай сертификат бүленә.

Шифаханаларҙа һауыҡтырыу өсөн сертификаттар республика бюджеты иҫәбенә түләнә.    

https://www.bashinform.ru/news/1497215-v-bashkirii-perebolevshim-covid-19-zhitelyam-odobrili-vydachu-pervykh-sertifikatov-v-sanatorii/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть