Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда терминология мәсьәләләре менән ғалимдар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре шөғөлләнә башлай

Мәҙәниәт

Башҡортостанда терминология мәсьәләләре менән республиканың билдәле ғалимдары, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре шөғөлләнә башлай. Терминология хеҙмәтен йәнә филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Усманова етәкләй.

Кисә Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтендә ошо мәсьәлә тикшерелде. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов Башҡортостан хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында» законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияһы Терминология хеҙмәтенең яңыртылған составы менән осрашты.

Терминология хеҙмәте социаль селтәрҙә әүҙем эш алып бара. «Алтаҡта», «Дөрөҫ алтаҡта» чаттарында методик ярҙам күрһәтелә, унда тотош республиканан дөрөҫ яҙылмаған алтаҡталарҙың фотоһүрәттәре ебәрелә.

Ултырышта Терминология хеҙмәтенең артабанғы эш йүнәлештәре билдәләнде: терминологик һүҙлектәр, Башҡортостан Республикаһының Терминология хеҙмәте сайтын төҙөү, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ҡарамағында республика тәржемә үҙәген ойоштороу, башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса республика ғилми-ғәмәли конференцияһын, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында муниципаль берәмектәр, ҡала округтары эргәһендәге комиссияларҙың яуаплы секретарҙары өсөн квалификацияны күтәреү курстарын уҙғарыу.

Фекер алышыуҙа Башҡортостан хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның яуаплы секретары Зөлфиә Ханнанова, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми етәксеһе, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов, филология фәндәре докторы Луиза Сәмситова һәм башҡалар ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия эргәһендә Топонимия хеҙмәте лә эшләй. Уның етәксеһе – Башҡорт дәүләт университетының физик география, тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм кафедраһы доценты, география фәндәре кандидаты Инбер Япаров.

https://www.bashinform.ru/news/1497438-voprosami-terminologii-v-bashkortostane-zaymutsya-vedushchie-uchenye-i-predstaviteli-smi-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть