Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда минус өс градусҡаса ҡырау төшөүе һәм «әбейҙәр сыуағы» көтөлә

Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡырау төшөүе көтөлә.

Шаршамбы, 24 сентябрҙә, башлыса яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Һауа температураһы төндә 0-5 градус, урыны менән 0,-3 градусҡа тиклем түбәнәйеп, һауала һәм тупраҡта ҡырау төшөүе мөмкин.

Көндөҙ һауа 10-15 градусҡаса йылына.

Кесаҙна, 25 сентябрҙә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Көндөҙ 17 градусҡа тиклем йылыта.

Башгидромет хәбәр итеүенсә, оҙаҡҡа һуҙылған һалҡын һәм ямғырлы көндәрҙән һуң 24 сентябрҙән һауа шарттары яҡшыра башлай. Рәсәйҙең Европа өлөшөнә һәм Уралға ҡеүәтле антициклон килә, шуға болоттар таралып, ҡоро көндәр башлана.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала йылы «әбейҙәр сыуағы» сентябрь аҙағына тиклем һаҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/1497280-v-bashkirii-ozhidayutsya-zamorozki-do-minus-trekh-gradusov/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть