Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡурған өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәрендә милли уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәтәләр

Мәҙәниәт

Ҡурған өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәт һәм мәғрифәте көндәре барышында оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Сара Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына уҙғарыла.

Ҡумыҙҙа уйнау дәресенә тәүгеләрҙән булып Сафакүл ауылы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары килде, тип хәбәр иттеләр Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән. Ҡумыҙ сиртеү серҙәренә әле уларҙы донъя виртуозы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов өйрәтә. Быйылғы уҡыу йылында сәнғәт мәктәбендә фольклор бүлеге асылған.

«Ҡумыҙсылар ансамблен ойоштороу эшен башланыҡ. Балалар дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөй, уларға бик оҡшай», — ти Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.

Ҡурған өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәре менән бер нисә майҙансыҡ асыу көтөлә. Сафакүлдә лә вокал һәм хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәре булды. Ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар көтә.

«Беҙгә Урал аръяғына Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Зилиә Бәхтиева, Азамат Кәримов килде. Башҡортостан Республикаһы менән мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлегебеҙ уңышлы дауам итә. Бөгөн Башҡортостандан коллегаларыбыҙ менән Сафакүл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Булат Мөжәһитов ҡатнашлығында эшлекле кәңәшмә уҙҙы», — ти Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Зинфира Закурдаева.

Йырсы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы Зилиә Бәхтиева Рәлиә Нурғәлина менән йырлау серҙәренә төшөндөрә, ҡыҙҙарҙы «Һылыуҡай» матурлыҡ конкурсына әҙерләй. Хореограф Азамат Кәримов оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусыларҙы башҡорт бейеүҙәренең матурлығы менән таныштыра.

https://www.bashinform.ru/news/1497149-na-master-klassakh-v-kurganskoy-oblasti-uchat-igrat-na-bashkirskikh-instrumentakh/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть