Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ламса, Гранлунд һәм Башкиров: «Салауат Юлаев» хоккей клубында коронавирус табылды

Спорт

«Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсылары һәм тренерҙар штабы Ҡазан һәм Мытищи ҡалаларында булып ҡайтҡандан һуң яңы коронавирус инфекцияһына тикшереү үтте. Республика командаһының өс вәкилендә: баш тренер Томи Ламсала, форвардтар Маркус Гранлундта һәм Данила Башкировта сир табылды.

«Тренер һәм уйынсылар диагнозды раҫлау өсөн өҫтәмә тикшереү үтергә ебәрелде. Бөтәһенең дә хәле уртаса, билдәләре күҙәтелмәй. Ламса, Гранлунд һәм Башкиров хәҙер изоляцияла ултыра. Виктор Козлов ваҡытлыса етәкләгән тренерҙар штабы «Сочи» менән уйынға әҙерлек эшен дауам итә», — тип аңлатма бирҙе был хәлгә «Салауат Юлаев»тың генераль директоры Александр Курносов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 сентябрҙә «Өфө-Арена»ла «Салауат Юлаев» — «Сочи» уйыны була. Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана.

https://www.bashinform.ru/news/1497063-lamsa-granlund-i-bashkirov-v-khk-salavat-yulaev-obnaruzhen-koronavirus/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть