Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ЮХХДИ махсус операцияһы башланды

Йәмғиәт

Өфөлә 21 сентябрҙән «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды, уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Был хаҡта ҡала Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә ҡулға алыуҙы күҙ уңында тота. Әгәр штрафты ҡарар сығарылған көндән алып 20 көн эсендә түләгән осраҡта уны штраф суммаһынан 50 процентын ғына түләргә мөмкин.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре операцияны уҙғарыу барышында водителдәрҙең бурысы бармы-юҡмы икәнен тикшерә.

Түләнмәгән штрафтар тураһында мәғлүмәтте ЮХХДИ рәсми сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре сайтында алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1496828-v-ufe-startovala-spetsoperatsiya-gibdd/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть