Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Әбйәлил районында баҡыр ятҡылығын үҙләштереү эштәрен дауам итеү мөмкин түгел – Рус баҡыр компанияһы

Йәмғиәт

«Рус баҡыр компанияһы» Башҡортостандың Әбйәлил районында баҡыр ятҡылығын артабан үҙләштереү эштәрен дауам итеүҙең һәм уның биләмәһендә тау-байыҡтырыу комбинатын проектлауҙың мөмкин түгеллеге хаҡында белдерҙе.

«Проект документацияһын әҙерләүгә запастарҙы өҫтәмә тикшереү эштәре башҡарылғандан һуң ғына тотоналар. Әбйәлил районы башлығы мөрәжәғәте буйынса Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Салауат участкаһында геологик-эҙләнеү эштәренең туҡталыуына һәм проектлау өсөн кәрәкле мәғлүмәттәрҙең етмәүенә бәйле, «Рус баҡыр компанияһы» ятҡылыҡты артабан үҙләштереү эштәрен дауам итеүҙең һәм уның биләмәһендә тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөшөн проектлауҙың мөмкин булмауы тураһында белдерә», — тип хәбәр иттеләр компанияның мәғлүмәт сәйәсәте департаментынан.

20 сентябрҙә Башҡортостандың Әбйәлил районы Асҡар ауылында уҙған йыйылышта халыҡ Салауат ятҡылығын эшкәрткән осраҡта тәбиғәт өсөн борсолоу белдерҙе.

Ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте сентябрь башында, «Рус баҡыр компанияһы» геологик-эҙләнеү эштәренә тотонғас уҡ башланды.

Әбйәлил районы башлығы Илдар Нафиҡов компания етәкселегенә эштәрҙе туҡтатыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте, шунан һуң ғына техника ятҡылыҡ биләмәһенән сығарылды.

Бынан алда «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Әбйәлил районында урындағы халыҡ Салауат совхозы утары янында ятҡылыҡты эшкәртеү планына ҡаршы булыуын белдерҙе.

Был эштәр менән «Александринск тау-руда компанияһы» («Рус баҡыр компанияһы»ның бүлендек предприятиеһы) шөғөлләнде.

«Рус баҡыр компанияһы» Рәсәй һәм Ҡаҙағстан Республикаһы биләмәһендә 2004 йылдан алып эшләй. Уның штаб-фатиры Екатеринбургта урынлашҡан.

https://www.bashinform.ru/news/1496668-rmk-ne-vozobnovit-dobychu-medi-v-abzelilovskom-rayone-bashkirii-bez-soglasiya-zhiteley/    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть