Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев Рәсәйҙең Гиннесс рекордтары китабына индерелә

Йәмғиәт

Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә аяҡһыҙ ҡалған яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтың исеме Рәсәйҙең Гинесс рекордтары китабына индерелә. Был ваҡиға уның Эльбрус тауына менеүе менән бәйле.

«Бөгөн миңә китаптың вәкиле шылтыратты. Был бик шәп! Ныҡ шатмын, — тип яҙҙы Рөстәм Инстаграмда. – Миңә А пунктынан Б пунктына тиклем барып етеүемде раҫлаған видеоматериал ғына ебәрергә кәрәк. Беҙ, әлбиттә, барыһын да ебәрербеҙ».

Бынан алда «Башинформ»  агентлығы Рөстәм Нәбиевтың Рәсәйҙең диңгеҙ кимәленән иң бейек нөктәһенә ҡулы менән күтәрелеүе тураһында хәбәр иткәйне. Яҡташыбыҙ тауға артылыу өсөн алты айҙан ашыу әҙерләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/1496687-imya-ufimtsa-bez-nog-rustama-nabieva-vklyuchat-v-knigu-rekordov-ginnessa-rossii-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть