Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров сиктә тороп ҡалған Ҡырғыҙстан граждандары тураһында: «Уларға ярҙам итергә кәрәк»

Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Ҡырғыҙстан граждандарын үҙ биләмәләренә урынлаштырған ҡала һәм район башлыҡтарына рәхмәт әйтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 700-ҙән ашыу ҡырғыҙ Ҡаҙағстан менән Ырымбур өлкәһе сиге ябылыуы сәбәпле Башҡортостандың Көйөргәҙе районында ҡалырға мәжбүр булды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Хәлде республика башлығы контролгә алды. Сит ил граждандары республиканың көньяғындағы ете муниципалитетта ваҡытлыса тороу пункттарына урынлаштырылды. Улар өсөн ҡайнар аш, медицина күҙәтеүе ойошторолдо, йәмәғәт тәртибен һаҡлаусылар ҙа бар.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Ҡаҙағстан менән сикте асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.

«Кешеләр ауыр хәлгә тарыған. Сик аша сыға алмаған өсөн улар ғәйепле түгел, – тине Радий Хәбиров. – Бәләгә осраған кешеләргә ярҙам итеп, дөрөҫ эшләнек. Республиканан һуңғы кеше өйөнә ҡайтып китмәйенсә, хәлде контролдә тоторбоҙ».

Бынан алда сикте асыу мәсьәләһе яҡынса 22 сентябргә хәл ителергә тейеш тип хәбәр ителгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/1496546-radiy-khabirov-o-zaderzhavshikhsya-na-granitse-grazhdanakh-kirgizii-im-nado-pomoch/

            

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть