Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

«Йәмәғәт электрон гәзите»нең әҙәби мөхәррире Евгения Сюткина Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителде

Мәҙәниәт

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы коллективы «Йәмәғәт электрон гәзите»нең әҙәби мөхәррире Евгения Сюткинаны Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһына күрһәтте. Журналист комиссияға «Тыуған еребеҙ – Башҡортостан» тигән баш аҫтында мәҡәләләр тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс премия журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына, 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклем донъя күргән иң яҡшы әҫәрҙәргә тапшырыла.

«Тыуған еребеҙ – Башҡортостан» серияһынан мәҡәләләр Евгения Сюткинаның Башҡортостан буйлап ойошторған экскурсияларға йомғаҡ яһай. Автор иҫтәлекле урындарҙы һәм башҡаларға оҡшамаған һоҡланғыс кешеләрҙе табып, китап уҡыусыларға аңлайышлы, ҡыҙыҡлы итеп еткерә белә. Әйтәйек, Бәләбәй районындағы Аксаков һәм Цветаева урындары, Йоматауҙағы орнитология музейы, республиканың тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары, халыҡ кәсептәре, төрлө дәүерҙәге данлыҡлы шәхестәр менән бәйле тарихи урындар, үҙенсәлекле тәбиғәт мөйөштәре. Журналист, һәр репортажға йәки мәҡәләгә үҙенсәлекле исемдәр табып, ҙур һөйөү һәм оҫталыҡ менән тыуған республикаһын өйрәнә.

«Миңә эшем бик оҡшай, яратҡан эшем менән шөғөлләнәм. Журналистика – һөнәр түгел, йәшәү рәүеше, тиҙәр. Минең тап шулай: ҡайҙа барһам да, нимә эшләһәм дә, һәр ваҡыт башымда бер уй – нисек итеп был хаҡта гәзиткә яҙырға. Кешеләр менән аралашырға һәм улар хаҡында яҙырға яратам. Журналистика —  мин һайлай алған иң яҡшы һөнәр тип уйлайым», — ти Евгения Сюткина.

Журналист «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында 2003 йылдан алып эшләй. «Спортивный курьер Башкортостана» гәзитендә хәбәрсе булып башлай, 2011 йылдан «Йәмәғәт электрон гәзите»ндә әҙәби мөхәррир вазифаһын башҡара. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлай.

2019 йылда «Китап» нәшриәтендә Евгения Сюткинаның фитотерапия тураһында «Беседы с травником Гордеевым» исемле китабы баҫылып сыҡты. Был китап журналистың үләндәр менән дауалаусы Михаил Гордеевтың ғилемен популярлаштырыу буйынса 15 йыллыҡ эш һөҙөмтәһе булып тора.

Ошо йылдар эсендә Бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендәге һөнәри оҫталыҡ конкурстарында күп тапҡырҙар еңеү яуланы. Спорт журналистарының республика конкурстары һәм туризм тураһында яҙған журналистар конкурстары лауреаты. Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең «2006 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының «Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт һәм юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн» (2017) грамотаһы менән бүләкләнгән. 2019 йылда журналисҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Евгения Сюткина журналистика өлкәһендәге әһәмиәтле дәүләт премияһы лауреаты исеменә лайыҡ тип иҫәпләйбеҙ.

https://www.bashinform.ru/news/1496386-na-premiyu-im-shagita-khudayberdina-vydvinuta-litredaktor-elektrogazety-evgeniya-syutkina/                      

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: премиялар
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть