Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала сүп-сар сығарыу өсөн яңы хаҡ билдәле булды

Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең хәҙер сүп-сар сығарыу өсөн күпме түләргә тейешлеге билдәле булды.

Бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың сентябренән ошо хеҙмәт түләү — күп фатирлы йортта йәшәгән бер кешенән айына 75 һум, шәхси йорт хужалары өсөн айына 55 һум була.

2019 йылдың ғинуарынан Башҡортостанда берҙәм билдәләнгән түләү ғәмәлдә ине. Быға тиклем сүп-сар сығарылған тораҡ пункттарҙа түләү — бер кешенән 70 һум, ә бына «сүп-сар реформаһы» башланғандан һуң ғына ошо эшкә тотонған урындарҙа бер кешенән 35 һум тәшкил итте.

Республика башлығы Радий Хәбиров аңлатыуынса, хаҡтың артыуы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса реформаны артабан үҫтереү менән бәйле. 2019 йылдың ғинуарынан республиканың барлыҡ тораҡ пункттарында контейнер майҙансыҡтары булдырылды, сүп ташыу автопаркы арттырылды, сүп-сарҙы даими сығарыу яйға һалынды, тармаҡта тәртип боҙоуҙарҙы теркәү системаһы ойошторолдо.

https://www.bashinform.ru/news/1496398-stali-izvestny-tarify-za-vyvoz-musora-v-bashkirii-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть