Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда миллион самаһы кеше коронавирусҡа тикшереү үткән

Йәмғиәт

Башҡортостанда бер тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 35-кә артҡан. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала 8 452 пациентта COVID-19 раҫланған, тип хәбәр итте Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин.

«Хәҙер 33 кеше стационарҙа дауалана, шул иҫәптән берәүһе – ауыр хәлдә. Ул башҡаларҙан айырым урынлаштырылған, сөнки унда туберкулез асыҡланған, — тип белдерҙе Максим Забелин Башҡортостан башлығына. – Бөгөн 495 сирле амбулатор шарттарҙа дауалана, бәйләнештә булған 220 кеше өйҙә ултыра».

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры һүҙҙәренсә, һуңғы аҙнала — 224, бөтәһе 7 890 кеше коронавирус инфекцияһынан һауығып сыҡҡан.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ПЦР алымы менән тест үткәрә башлағандан алып республикала 920 кеше тикшерелгән.

Башҡортостанда грипп буйынса вакцинация штат режимында уҙғарыла. 412 мең кеше прививка яһатҡан – препараттың беренсе партияһынан 81% һатылған. Октябрҙә киләһе партия көтөлә.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 18 сентябрҙә Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның тәүге партияһы килтерелде. Тәү сиратта уны табиптарға яһайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/1496380-pochti-million-zhiteley-bashkirii-proshli-obsledovanie-na-covid-19/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть