Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Һеңлекәш» фильмы «Алтын Бәһлеүән» халыҡ-ара кинофорумында ике награда алды

Мәҙәниәт

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» хәрби драмаһы (режиссеры – Александр Галибин) йәнә фестиваль призеры булды. Фильм XXIX «Алтын Бәһлеүән» халыҡ-ара кинофестивалендә «Уйын киноһы» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Төп ролде башҡарған Арыҫлан Ҡырымсурин «Иң шәп балалар роле» номинацияһында еңеү яуланы.

«Статуэтканы һәм дипломдарҙы үҙем сәхнәгә сығып алдым. Фильмда төшкән мәлгә ҡарағанда нығыраҡ тулҡынландым. Был еңеү минең өсөн бик мөһим. Миңә ышанған кешеләрҙең һәммәһенә лә рәхмәт. Әлбиттә, айырыуса кинофорумды ойоштороусыларға һәм жюри ағзаларына рәхмәт белдерәм», — тине Арыҫлан Ҡырымсурин.

Быйыл Севастополдә уҙған форум Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланды. Бөтәһе 20 ил ҡатнашты, Рәсәй, Япония һәм Сербия режиссёрҙары айырым билдәләнде.

https://www.bashinform.ru/news/1496345-film-sestryenka-poluchil-dve-nagrady-na-mezhdunarodnom-kinoforume-zolotoy-vityaz/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: кино
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть