Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

«Башинформ» өҙөмтә килтереү буйынса йәнә алдынғы урында

Йәмғиәт

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары араһында өҙөмтә килтереү буйынса лидер тип танылды. «Башинформ» агентлығы «Медиалогия» компанияһы әҙерләгән республика медиаресурстары рейтингында 2020 йылдың икенсе кварталында беренсе урынды яуланы. Өҙөмтә килтереү индексы — 194,82.

Икенсе урында — 139,18 өҙөмтә килтереү индексы менән Gorobzor.ru. Республиканың өс лидеры исемлегендә өсөнсө баҫҡыста — 65,76 индексы менән Proufu.ru.

Алдан хәбәр ителгәнсә, «Башинформ» 363,80 өҙөмтә килтереү индексы менән 2020 йылдың беренсе кварталында Башҡортостан медиаресурстары рейтингында алдынғылыҡты алды.

Рейтинг «Медиалогия» системаһына ингән 58 меңдән ашыу йоғонтоло сығанаҡты: ТВ, радио, гәзит- журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет-киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә төҙөлгән.

«Башинформ» — республика киң мәғлүмәт саралары араһында өҙөмтә килтереү буйынса алыштырғыһыҙ лидер. Агентлыҡ 2019, 2018, 2017 йылдарҙа ла Башҡортостан медиаресурстары рейтингында алдынғылыҡты бирмәне.

https://www.bashinform.ru/news/1496333-bashinform-vnov-stal-samym-tsitiruemym-smi-bashkirii/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть