Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда тәүлек эсендә 116 кеше дауахананан тыш пневмония йоҡторған

Йәмғиәт

Башҡортостанда уҙған тәүлектә 116 кешелә дауахананан тыш пневмония теркәлгән, тип хәбәр итте республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Республикала 33 кешелә COVID-19 раҫланған.

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 8 350 яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған.

Бөгөнгә 29 сирле стационарҙа дауалана. Ауыр хәлдәге һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған пациенттар юҡ. Ә 464 амбулатор шарттарҙа дауалана.

Бер тәүлектә 48 пациент —  коронавирустан, 86-һы пневмониянан һауыҡҡан. Коронавирустан вафат булыуҙың яңы осраҡтары теркәлмәгән. Мәрхүмдәр һаны элеккесә 32 кеше тәшкил итә, тип хәбәр итте ведомство.

https://www.bashinform.ru/news/1495606-v-bashkirii-za-sutki-vnebolnichnoy-pnevmoniey-zaboleli-116-chelovek-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть