Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Милли йәштәр театрының Мостай Кәрим исемендәге үҙ фестивале барлыҡҡа килә

Мәҙәниәт

Милли йәштәр театрының үҙ фестивале барлыҡҡа килә. Театрҙа балалар өсөн  Мостай Кәрим исемендәге Беренсе Халыҡ-ара театр фестивале положениеһы проекты әҙерләнгән. Положение республика Мәҙәниәт министрлығына ҡарауға тәҡдим ителгән, тип белдерҙе театр директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов.

Фестивалде 2021 йылдың көҙөндә — 14 октябрҙән 20-һенә тиклем Мостай Кәримдең тыуған көнөнә бағышлап уҙғарыу күҙаллана.  

Шулай уҡ Йәштәр театры республикала һәм унан ситтә ойошторолған фестивалдәрҙә ҡатнашырға ниәтләй.

«Фестивалдәрҙә ҡатнашыу өсөн репертуар сәйәсәтен артабан камиллаштырыу мөһим. Театр профессиональ берләшмәнән башҡа үҫешә алмай. Беҙгә гастроль сәфәрҙәрен һәм балалар, йәштәр өсөн репертуарҙы киңәйтергә кәрәк. «Ҙур гастролдәр» федераль программаһы сиктәрендә киләһе йылда беҙҙең Һамар йәш тамашасы театры, киләһе йылдың сентябрендә Вологда ҡалаһы театры менән алмаш гастролдәр була», — тип хәбәр итте театр директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов.

Директор һүҙҙәренсә, театр күп йүнәлештәр буйынса капиталь ремонт яһау өсөн «Мәҙәниәт» милли проектында ҡатнашыу өсөн ғариза биргән. Аҡса бүленһә, театрҙың Камера залында тауыш һәм яҡтыртыу ҡорамалдары, ултырғыстар алмаштырыла. Ҙур залда ла  капиталь ремонт эшләү күҙаллана.

https://www.bashinform.ru/news/1495420-u-natsionalnogo-molodezhnogo-teatra-poyavitsya-svoy-festival-imeni-mustaya-karima-/  

Ләйлә Аралбаева
Теги: театр
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть