Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Бөтә донъя таҙалыҡ көнө» акцияһында ҡатнашырға саҡыралар

Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Бөтә донъя таҙалыҡ көнө сараларына ҡушылырға саҡыралар.

19 сентябрҙә Рәсәйҙең 70 төбәгендә күләмле «Эшләрбеҙ!» экологик акцияһы ошо көнгә бағышлана. Проекттың маҡсаты – тәбиғәтте ҡулланыусылар ҡалдыҡтарынан таҙартыу өсөн йәмәғәт институттарын, эшҡыуарлыҡ берләшмәләрен, муниципаль берәмектәрҙе, дәүләт органдарын һәм киң мәғлүмәт сараларын бер командаға берләштереү.

Тәбиғәт биләмәләренә: урмандарға, яландарға, йылға-күл буйҙарына баҫым яһала. Сүп-сарҙы йыйғанда мөмкин булған урында ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу ойошторола.

Өфөлә һәм республикала йыйыштырыу урындары һәм ойоштороусылар билдәләнгән дә инде. Ҡатнашыусылар яҡындағы урынды һайлап, тәғәйенләнгән ваҡытҡа килергә тейеш.

Актуаль майҙансыҡтарҙы һәм бәйләнештәрҙе ошо һылтанма буйынса Экология министрлығы сайтында һәм «Йәшел Башҡортостан» төркөмөндә табырға мөмкин.

Өфөлә дүрт урында һәм Ишембай ҡалаһында акция «Таҙа уйындар» команда ярыштары кеүек уҙғарыла.

Социаль селтәрҙә акцияла ҡатнашыу тураһында яҙмаларҙы #эшләрбеҙ2020 һәм #йәшелбашҡортостан хештегтары менән билдәләргә мөмкин.

Былтыр Башҡортостанда 154 меңдән ашыу кеше Бөтә донъя таҙалыҡ көнө акцияһында ҡатнашты, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/1495329-zhiteley-bashkirii-priglashayut-prinyat-uchastie-v-ekologicheskoy-aktsii-vsemirnyy-den-chistoty/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть