Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә Аҡ йорт янындағы паркта кафе, амфитеатр, күҙәтеү майҙансығы һәм күргәҙмә залы була

Йәмғиәт

Өфөлә Ленин исемендәге паркта кафе, амфитеатр, күҙәтеү майҙансығы һәм күргәҙмә залы була. Был мәсьәлә 17 сентябрҙә Өфөнөң Киров районында Ленин исемендәге паркты (А.Матросов баҡсаһы йәки элекке Ушаков паркы) төҙөкләндереү проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙарында тикшерелде.

«Ленин паркы — баш ҡаланың боронғо парктарының береһе, ул Өфөнөң визит карточкаһы булып тора. Уны яңыртыу заманса йәмәғәт киңлеген булдырырға мөмкинлек бирә», — тип билдәләне Киров районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рөстәм Сәмиғуллин.

Хәҙер паркта фонтандар эшләй, сәскә түтәлдәре бар, декоратив ағастар үҫә, өфөләр улар янында йыш фотоға төшә.

Осрашыуҙа йәмәғәт, йәштәр, мәғариф, милли, мәҙәни һәм спорт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Реконструкция барышында мемориаль комплекстарҙы мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыу планлаштырыла. Шулай уҡ кафе, амфитеатр, күҙәтеү майҙансығы, күргәҙмә залы булдырыу планы бар.

Был — Ленин паркын реконструкциялау проектын тикшереү буйынса тәүге осрашыу. Тәҡдимдәр Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралыҡҡа тапшырыла.

Йыйылыусылар билдәләүенсә, иң мөһиме, ҡала халҡы парктың яҙмышына битараф түгел, улар унда заманса уңайлы киңлекте күрергә теләй.

https://www.bashinform.ru/news/1495280-v-ufe-v-parke-im-lenina-poyavyatsya-kafe-amfiteatr-obzornaya-ploshchadka-i-vystavochnyy-zal/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть