Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Өфө һылыуҡайы «Мисс Евразия-2020» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы

Йәмғиәт

18 илдән һәм төбәктән 24 ҡыҙ «Мисс Евразия-2020» исеме һәм тажы өсөн көрәште. Өфө ҡыҙы Лилиә Ғилмийәрова, ҡайһы бер дәғүәселәрен артта ҡалдырып, Гран-при яуланы. Ҡыҙ әйтеүенсә, был исем Израиль сибәре лайыҡ булған «Мисс Евразия» титулы менән номинацияға тиң тип әйтергә мөмкин.

«Яҙ көнө, карантинда ултырған ваҡытта, Мисс Максим конкурсында ҡатнашырға булдым һәм журнал версияһы буйынса 4000 ғариза араһынан илдең иң һылыу өс ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә индем, — тип яҙҙы Лилиә. — Ә бөгөн мин  Истанбулда уҙған «Мисс Евразия-2020» халыҡ-ара гүзәллек конкурсы Гран-прийын һәм тажын ҡулыма алдым. Тыуған республикам исеменән сығыш яһауым менән бәхетлемен. Башҡортостан ҡыҙҙары иҫ киткес сибәр, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит!».

Лилиә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы менән әңгәмәләшкәндә конкурсҡа осраҡлы ғына эләгеүе хаҡында әйтте.

«Рәсәйҙәге интернет реклама агентлығы —  IConText  компанияһының коммерция директоры минең шиғырымды «Фейсбук»тағы сәхифәһендә баҫтырып сығарған. «Мисс Евразия» халыҡ-ара конкурсы президенты мине тап ошо социаль селтәрҙә күреп ҡалып, ҡатнашырға саҡырҙы. Бына шулай, шиғыр яҙырға яратыуым мине тажлы итте», — ти һылыуҡай.

Билдәле булыуынса, Лилиәнең Өфөлә бейеү студияһы бар.

https://www.bashinform.ru/news/1495231-krasavitsa-iz-ufy-vzyala-gran-pri-mezhdunarodnogo-konkursa-krasoty-miss-evraziya-2020/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть