Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Андрей Назаров – Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры

Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары бөгөн көҙгө сессияның тәүге ултырышында беренсе вице-премьер Андрей Назаровты республика хөкүмәте премьер-министры вазифаһына тәғәйенләүгә ризалыҡ бирҙе. Уның кандидатураһын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Назаров республика үҫеше өсөн күпте башҡарҙы, үҙен һөҙөмтәле эшләгән етәксе итеп күрһәтте, тип билдәләне ул.

«Асылда, ул күптән федераль кимәлдәге фигураға әүерелде, беренсе вице-премьер вазифаһында ул ҡатмарлы иҡтисади бурыстарҙы атҡара. Киң мәғлүмәтле булыуы, һөнәри һәм башҡа сифаттары Андрей Геннадьевичҡа ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы башҡарып сығырға мөмкинлек биреренә ышанам. Бөгөн беҙ кадрҙар мәсьәләһен генә хәл итмәйбеҙ, ә республика үҫешен билдәләйбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Андрей Назаров депутаттар алдындағы сығышында 2024 йылға тиклемге осорға Башҡортостандың үҫеш программаһы менән таныштырҙы һәм халыҡ һайланыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы бер тауыштан Андрей Назаровты Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһына тәғәйенләүҙе хупланы. Башҡортостан башлығы тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Биографик белешмә:

Андрей Назаров 1970 йылдың 28 апрелендә Баймаҡта тыуған. Сәйәсәт фәндәре кандидаты. Сибай ҡалаһының 6-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаған.

1988 йылда Сибай тау-байыҡтырыу техникумында «Автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау» һөнәрен алып сыға.

1995 йылдың майында – Ҡаҙағстан дәүләт идара итеү академияһын (элекке Алматы халыҡ хужалығы институты), 2002 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлай.

2009 йылда Магнитогорск дәүләт техник университетында «Тау машиналары һәм ҡорамалдары» факультетын тамамлап, «Рәсәй Федерацияһында тау машиналары һәм ҡорамалдары торошо, үҫеш перспективалары» темаһына диплом эшен яҡлай.

2011 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын «Юриспруденция» һөнәре буйынса уңышлы тамамлай.

1998 йылда Сибай Ҡала советы депутаты итеп һайлана.1998-2004 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге етәксеһе була.

2001-2006 йылдарҙа – Башҡорт сауҙа-сәнәғәт союзы идараһы рәйесе. 2003 йылда Башҡортостан Республикаһы – Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

2005 йылда – Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы рәйесе.

2006 йылда Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Стратегик асыштар үҙәге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2007-2011 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты.

2010 йылда «Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. 2014 йылдан – «Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше.

2019 йылдан бөгөнгә тиклем – Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрыныың беренсе урынбаҫары.

https://www.bashinform.ru/news/1494698-premer-ministrom-pravitelstva-bashkortostana-naznachen-andrey-nazarov/  

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть