Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә тәүгә совет дипломаты Кәрим Хәкимов тураһында һирәк осраған архив материалдары донъя күрҙе

Йәмғиәт

Республиканың Архив хеҙмәте тарихында тәүге тапҡыр Архив эштәре идаралығы һәм Башҡортостандың Милли архивы электрон гәзит әҙерләне. Уның «Донъя илсеһе» исеме аҫтындағы һынау варианты Бишбүләк районында тыуып үҫкән күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнала.

Электрон гәзитте әҙерләп сығарыу менән тәжрибәле журналист, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов етәкселегендәге ижади төркөм шөғөлләнде. Баҫма авторҙары араһында Япония, Мәскәү, Ырымбур, Өфө ғалимдары бар. Электрон гәзитте әҙерләгәндә башлыса Башҡортостан Республикаһының Милли архивы документтары һәм материалдары файҙаланылды.

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының Милли архивы Ғәли Хәйретдинов ошо баҫманың редколлегия ағзаларының береһе, билдәле дипломат Олег Озеровҡа уның «Кәрим Хәкимов. Ғүмер йылъяҙмаһы» китабының исем туйында «Донъя илсеһе» гәзитен тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/1494607-v-ufe-vpervye-uvideli-svet-redkie-arkhivnye-materialy-o-sovetskom-diplomate-karime-khakimove/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть