Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль «Урал батыр» эпосы буйынса мюзикл өсөн номерҙар әҙерләй

Мәҙәниәт

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡорт халҡының боронғо «Урал батыр» эпосы буйынса мюзикл өсөн номерҙар әҙерләй. Кисә журналистарға Йәмилә Бикбаева ҡуйған яңы «Һомай» бейеүе күрһәтелде.

«Урал батыр» эпосына мөрәжәғәт итеүебеҙ ошо бейеү менән генә бөтмәй. «Урал батыр»ға мөрәжәғәт һәр ваҡыт отошло булырға тейеш. Тап уның аша тарихыбыҙ, халҡыбыҙ тураһында һөйләргә мөмкин. Тағы ла икенсе номер бар — «Ай ҡыҙы», әлегә уның өҫтөндә эш бара, — тип белдерҙе ансамбль директоры Алмаз Сәйетов концерт миҙгелен асыр алдынан уҙғарылған матбуғат конференцияһында. — Бәлки, Фольклориада алдынан быларҙың бөтәһе лә мюзиклға әүерелер. Әлегә улар — айырым номерҙар. Хәҙер Моисеев исемендәге ансамбль дә айырым номерҙарҙан тыш, мюзиклдар ҙа сәхнәләштерә».

Матбуғат конференцияһында коллективтың гастроль пландары тураһында ла әйтелде. Бер йыл элек Ғәскәров исемендәге ансамбль Рәсәй халыҡ ижады үҙәге һәм Росконцерт ойошторған концерттар менән алты сит илдә сығыш яһаны. Ҡайһы бер гастролдәр уҙған миҙгелдән хәҙергеһенә күсерелде. Әйтәйек, 2021 йылда Ҡырымға һәм Чечняға гастролгә барыу планлаштырыла. Юл ыңғай коллектив Адыгея Республикаһында яңы «Адыгские уджи» бейеүен дә күрһәтергә йыйына.

Киләһе сәфәр — 21 сентябрҙә, Ғәскәров исемендәге ансамбль Төркиәгә Башҡортостан Республикаһы вәкиллеген асыу тантанаһына юллана. Көҙ көнө Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы алдынан республика һәм күрше төбәктәрҙә концерттар була. Шулай уҡ коллектив Себергә барып, 10 ҡалала сығыш яһай.

Октябрҙә легендар чечен хореографы Дикалу Музакаевты саҡырып, бер нисә яңы бейеү һалыу планы бар.

Ғәскәров исемендәге ансамблдең ижади миҙгеле, «Башинформ» хәбәр иткәнсә, 18 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холында асыла.

https://www.bashinform.ru/news/1494612-ansambl-im-gaskarova-gotovit-nomera-dlya-myuzikla-po-eposu-ural-batyr-/  

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть