Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан парламенты премьер-министр вазифаһына Андрей Назаровтың кандидатураһын ҡарай

Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Дәүләт Йыйылышының көҙгө сессиялағы беренсе пленар ултырышының көн тәртибенә үҙгәрештәр индерелде – республика хөкүмәте премьер-министры вазифаһына Андрей Назаровтың кандидатураһын ҡарау тураһында мәсьәлә сығарылды. Был ҡарар парламент президиумы ултырышында ҡабул ителде, тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә.

«Республика Конституцияһының 87-се статьяһына һәм «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында» Закондың 7-се статьяһына ярашлы, премьер-министрҙы парламент ризалығы менән республика башлығы тәғәйенләй. Беҙгә Андрей Назаровҡа документтар пакеты тапшырылды, бөгөн беҙ уның кандидатураһын ҡарайбыҙ», — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Регламент буйынса, кандидат пленар ултырышта үҙенең ҡыҫҡаса эш программаһы менән сығыш яһарға, депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирергә тейеш.

Әгәр һайланған депутаттарҙың яртыһынан ашыуы Андрей Назаров өсөн тауыш бирһә, Дәүләт Йыйылышынан ризалыҡ алынған тип иҫәпләнә.

https://www.bashinform.ru/news/1494644-parlament-bashkirii-rassmotrit-kandidaturu-andreya-nazarova-na-dolzhnost-premer-ministra/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть