Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров бала сағында биолог булырға хыялланған

Сәйәсәт

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Түбәнге Ҡыйғы ауылы мәҙәниәт йортоноң «Үҫеш нөктәһе» балалар телевизион студияһы журналистарына интервьюһында бала сағында биолог булырға хыялланыуы, ләкин яҙмыштыр инде, хәҙер иһә Башҡортостан башлығы булып эшләүе һәм тыуған республикаһы халҡына хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләне. Республика башлығы һүҙҙәренсә, республиканың төньяҡ-көнсығышында эшһөйәр, изге күңелле кешеләр йәшәй.

«Халыҡтың эске мәҙәниәте бай, дәрәжәһе, тәбиғәте бик матур. Киләһе йылда һеҙҙең Йүрүҙән йылғаһы буйлап йөҙөрмөн, быйыл йөҙөүҙә тәүге тәжрибәне Бөрйән районында алдым», — тине Радий Хәбиров, йәш журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.

Уҡыусыларға ул яҡшы уҡыуҙарын теләне.

«Һеҙ яҡшы уҡығанда үҙегеҙҙең киләсәгегеҙҙе формалаштыраһығыҙ. Ул уңышлы, бәхетле булһын өсөн уның тураһында уйларға тейешһегеҙ».

https://www.bashinform.ru/news/1494400-radiy-khabirov-v-detstve-ya-mechtal-stat-biologom/  

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть