Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда 20 кеше бәшмәк менән ағыуланған: Роспотребнадзор

Йәмғиәт

2020 йылдың һигеҙ айында республикала 20 кеше бәшмәк менән ағыуланған. Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы ошондай мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы.

Ағыуланыу осраҡтарында кешеләр бәшмәкте урманда үҙ аллы йыйған һәм өй шарттарында бешергән.

Ведомство мәғлүмәте буйынса, республикала үлем осраҡтары теркәлмәгән. Белгестәр билдәләүенсә, бәшмәк менән ағыуланыу башҡа ризыҡтар менән ағыуланыуға ҡарағанда ауырыраҡ үтә. Айырыуса был балалар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн хәүефле.

Бынан алда Роспотребнадзор баҫтырып сығарған статистикаға ярашлы, 2020 йылдың ғинуар-июнендә аҙыҡ-түлек менән ағыуланыуҙың 11 осрағы теркәлгән, шуларҙың унауһы — бәшмәк менән.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда бер ғаилә бәшмәк менән ағыуланған. Кис көнө атай, уның ике бәләкәй балаһы бәшмәк ашаған. Иртән 6 йәшлек ҡыҙыҡай үле килеш табылған, уның 28 йәшлек атаһы һәм 2 йәшлек ҡустыһы дауаханаға оҙатылған. Тәфтишселәр 10 августа ғаилә башлығының ауыл ситендә үҫкән бәшмәкте йыйыуын асыҡлаған.

https://www.bashinform.ru/news/1494208-v-bashkirii-20-chelovek-otravilis-gribami-rospotrebnadzor-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть