Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Архангел районында «Башҡортостан легендалары» фестивале уҙғарыла

Йәмғиәт

«Башҡортостан легендалары. Архангел районы» фестивале 26 сентябрҙә Архангел районы Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылында була.

Ойоштороусыһы – Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты һәм Архангел районы хакимиәте булышлығында «Тәңре» экологик берекмәһе.

Фестивалгә Башҡортостан халҡын һәм ҡунаҡтарын саҡыралар. Ул Өфөнән 100 саҡрым алыҫлыҡтағы күркәм тәбиғәт ҡосағында уҙғарыла, ә фестиваль өсөн әҙерләнгән инфраструктура Архангел районы халҡы һәм туристары өсөн файҙаланыуға ҡала.

Фестивалдең тағы бер мөһим йүнәлеше – халыҡ традицияларын һәм кәсептәрен һаҡлау. Архангел районында йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре тематик оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, ижади һәләтен күрһәтә. Оҫталар ҡулдан яһалған әйберҙәр һәм фермер продукцияһы йәрминкәһендә үҙ эштәре менән таныштыра. Фестивалдең төп ваҡиғаларының береһе – Архангел районы легендалары буйынса театрлаштырылған тамаша.

Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә асыла, 1-се 15 минуттан 4-се 30 минутҡа тиклем – оҫталыҡ дәрестәре, ижади коллективтарҙың сығышы, күргәҙмә-йәрминкә; 4-се 30 минуттан 4 тула 15 минутҡа хәтлем — Архангел районы легендалары буйынса театрлаштырылған тамаша; сәғәт 4-тә – йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе бүләкләү, фестивалде ябыу.

Фестиваль бушлай.  12 сентябрҙән һуң сараның социаль селтәрҙәге аккаунттарында ҡатнашыусылар һаны сикләнгән оҫталыҡ дәрестәренә теркәлергә мөмкин.

Сараның маҡсаты — балалар, ғаилә менән ял итеү. Ойоштороусылар социаль дистанцияны һаҡлауҙы һәм шәхси һаҡланыу сараларын (битлектәр, бирсәткәләр) ҡулланыуҙы һорай.

Фестиваль Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына уҙғарыла.

https://www.bashinform.ru/news/1494063-v-arkhangelskom-rayone-proydet-festival-legendy-bashkirii/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть