Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Республикала яңы уңыш сөгөлдөрөнән шәкәр етештереү башланды

Иҡтисад

Башҡортостанда яңы уңыш шәкәр сөгөлдөрөнән шәкәр етештереү башланды, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Төбәктә шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу уҙған аҙнала башланды. Бөгөн республиканың сөгөлдөр сәскән 24 районының туғыҙында татлы тамыраҙыҡ йыйыу менән шөғөлләнәләр.

Быйыл шәкәр сөгөлдөрөнә бөтәһе яҡынса 28,8 мең гектар бүленгән. Әлегә сәселгән майҙандарҙың 18% үҙләштерелгән, 170 мең тонна сөгөлдөр ҡаҙып алынған. Һәр гектарҙан уртаса уңыш – 334 центнер.

Ә шәкәр заводтары быйылғы уңыш сөгөлдөрөн ҡабул итә һәм эшкәртә башланы ла инде. Әйтәйек, Шишмә шәкәр заводы тәүлегенә 4,2 мең тонна тамыраҙыҡ эшкәртә. Ауыл хужалығы ведомствоһының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, бында 30 мең тоннанан ашыу сөгөлдөр эшкәртелгән.

Тағы бер завод — «Раевка шәкәре» 10 сентябрҙән шәкәр сөгөлдөрөн ҡабул итә башланы. Быйыл бында эшкәртеү ҡеүәтен тәүлегенә 4,2 меңдән 4,5 мең тоннаға тиклем арттырырға йыйыналар.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, эксперттарҙың яҡынса иҫәпләүҙәре буйынса, Башҡортостанда яңы уңыш шәкәр сөгөлдөрөнән 180-190 мең тонна шәкәр алыу планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/1493959-v-bashkirii-nachali-proizvodit-sakhar-iz-svekly-novogo-urozhaya/  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть