Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республиканың Юғары суды «Башҡорт» ойошмаһының элекке етәксеһе буйынса ҡарарҙы үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостандың Юғары суды Фаил Алсыновтың ялыуын ҡараны. Башҡортостан Республикаһы судтарының Берләшкән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ул Өфөнөң Киров районы суды судьяһының полицейскийҙың законлы бойороғона йәки талабына буйһонмаған өсөн уны административ яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм 13 тәүлеккә административ ҡулға алыу рәүешендә яза тәғәйенләү тураһында ҡарарына ялыу биргән.

«Беренсе инстанциялағы судтың 2020 йылдың 13 сентябрендәге ҡарары үҙгәрешһеҙ ҡалдырылды», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы судтарының Берләшкән матбуғат хеҙмәтенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың Юғары суды экстремистик тип таныған «Башҡорт» ойошмаһының элекке етәксеһе 12 сентябрҙә Өфөнөң Колгуев урамында ҡулға алынды. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Фаил Алсынов социаль селтәрҙә милли характерҙағы кәмһетеү һүҙҙәре өсөн 10 тәүлектән һуң махсус приемниктан сығарылған Рәмилә Сәйетованы ҡаршы алырға килгән. Сәйетова һүҙҙәренсә, юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Алсыновтың ҡулына бығау кейҙереп, бүлексәгә алып киткән.

https://www.bashinform.ru/news/1493749-verkhovnyy-sud-bashkirii-ostavil-bez-izmeneniya-reshenie-po-arestovannomu-eks-glave-bashkorta/  

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть