Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә балалар баҡсаларына, мәктәптәргә һәм дауаханаларға йылылыҡ бирелә башланы

Йәмғиәт

Өфөлә бөгөндән башлап балалар баҡсаларына, мәктәптәргә һәм медицина учреждениеларына йылылыҡ бирелә башланы, тип хәбәр итте баш ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә. Социаль объекттарҙа йылытыу миҙгелен башлау тураһында тейешле ҡарарға ҡул ҡуйылған да инде.

«Быйыл йылытыу миҙгелен һауа шарттары арҡаһында ваҡытынан алдараҡ башлайбыҙ. Синоптиктар әлегә «әбейҙәр сыуағы» вәғәҙәләмәй, беҙ ҙә көтә алмайбыҙ. Беҙгә балалар һәм уҡыусылар араһында сирҙең таралыуына юл ҡуймау мөһим», — тине Мостафин.

Өфөнөң Йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү идаралығы етәксеһе Антон Тристан әйтеүенсә, ҡаланың ресурс менән тәьмин итеү ойошмаларына йылылыҡ биреү тураһында 49 ғариза килгән, шуларҙың 26-һы – балалар баҡсаларынан, 16-һы – мәктәптәрҙән, етәүһе – медицина учреждениеларынан. Ошо объекттарҙы йылытыу буйынса эш башланған.

Өлфәт Мостафин һүҙҙәренсә, 22 сентябргә тиклем йорттарға ла йылы бирә башларға кәрәк. Бәлки, алдараҡ та бирерҙәр.

Бөгөн республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә 21 сентябрҙә Башҡортостанда йылытыу миҙгеленең башланыуы хаҡында белдерҙеләр.

https://www.bashinform.ru/news/1493567-v-ufe-nachalas-podacha-tepla-v-detskie-sady-shkoly-i-bolnitsy/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: йылытыу
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть