Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.46

EUR 90.41

25 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров БСК менеджментына: Беҙ ярҙам итергә әҙер, әйҙәгеҙ, артабан бергә эшләйек

Иҡтисад

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә асылған «Газ. Нефть. Технологиялар» күргәҙмәһен ҡараған саҡта Башҡортостан сода компанияһы экспозицияһында предприятиеның менеджменты менән аралашты. БСК-ның генераль директоры Эдуард Давыдов һүҙҙәренсә, компания Шахтауҙың нигеҙ соҡоронан һыу ҡатламы дәрәжәһенән түбәндәрәк сеймалды хәүефһеҙ сығарырға мөмкинлек биргән саралар комплексын әҙерләй.

«Хәҙер беҙ ундағы һыуҙы нисек таҙартырға, ҡайҙа ағыҙырға, ниндәй варианттар һәм эҙемтәләр булырға мөмкин икәнен ҡарайбыҙ. Уларҙы әҙерләгәндән һуң беҙҙең ҡарарҙар һеҙгә тапшырылыр», — тине Давыдов республика башлығы менән аралашҡан ваҡытта.

Радий Хәбиров сеймал проблемаһын хәл итеүҙән тыш, экологик мәсьәләләр, эш урындарын һаҡлап ҡалыу тураһында етди уйларға кәрәклегенә иғтибар итте.

Республика башлығы предприятиелағы хеҙмәт хаҡы кимәле менән ҡыҙыҡһынды. Генераль директор һүҙҙәренсә, уртаса эш хаҡы 44 мең һум тәшкил итә, штатта 8 700 кеше эшләй.

«Беҙ һеҙгә ярҙам итер гәәҙер, әйҙәгеҙ, артабан бергә эшләйек», — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/1493502-radiy-khabirov-menezhzhmentu-bsk-my-gotovy-plecho-podstavit-davayte-dalshe-dvigatsya-vmeste/

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть