Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын ҡуйыу өсөн урын һайлайҙар

Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн халыҡҡа ике вариант тәҡдим итәләр.

Ҡала мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге вариант – Еңеү аллеяһына ингән ерҙәге майҙансыҡ. Ул Беренсе Май урамында Еңеү паркына ингән урын янында урынлашҡан.

Икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары сатында паркка ингән урындағы майҙансыҡ.

Мемориал һигеҙ ҡырлы колонналы, иң өҫтә алтын ялатылған Өфө гербы тора, бейеклеге – 20 метр. Авторҙары – Константин Донгузов һәм Дамир Мәғәфүров.

Тауыш биреү «Берҙәм Рәсәй»ҙең сайтында онлайн уҙғарыла. 13 сентябргә тиклем һайларға мөмкин.

Бынан алда «Башинформ» 2 июлдә Рәсәй Президентының илдең 20 ҡалаһына ошо абруйлы исем биреү тураһында указға ҡул ҡуйыуын хәбәр иткәйне. Өфө һәм Башҡортостан ошо идея өсөн халыҡтың иң күп  – 1,2 миллиондан ашыу ҡултамғаһын йыйҙы.

https://www.bashinform.ru/news/1478550-v-bashkirii-vybirayut-mesto-dlya-ustanovki-stely-gorod-trudovoy-doblesti-est-dva-varianta/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть