Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала 170 ҡымыҙ фермаһы йылына 3,7 мең тонна милли эсемлек етештерә

Иҡтисад

Башҡортостанда ҡымыҙ миҙгеленең ҡыҙған мәле. Рәсәйҙәге йылҡы һанының 9% — республикала, бейә һөтөнөң 45% ошонда етештерелә, тип иҫкә төшөрҙөләр Ауыл хужалығы министрлығында. Бөгөнгә республикала 8 мең баш йылҡы аҫралған 170 ҡымыҙ фермаһы йыл һайын 3,7 мең тонна ризыҡ етештерә.

Яңыраҡ Әбйәлил районында Сабитовтар ғаиләһенең ҡымыҙ хужалығы эшләй башланы, тип яҙа район гәзите. Марат Сабитовҡа бала саҡтан ат ене ҡағылған, был шөғөлөн ул үҙенең һөнәре итеп һайлаған.

«2012 йылда өйләнешкәндә Мараттың бер бейәһе бар ине, — тип һөйләне Гүзәлиә Сабитова «Әбйәлил» гәзитенә. — Ата-әсәйем тағы берәүҙе бүләк итте. Аҙаҡ туй аҡсаһына йәнә бейә һатып алырға булдыҡ, һуңынан машинаны малдарға алмаштырҙыҡ. Йәш малдарҙы үҫтерҙек. Йылдан-йыл шулай дауам итә».

Бөгөн Сабитовтарҙың фермер хужалығында 39 баш йылҡы бар, шуларҙың 19-ы — һауын бейәһе. Әле ғаилә Дауыт һәм Ҡужан ауылдары араһында база төҙөй.

Йылҡысылыҡтың милли традицияларын һаҡлау һәм тармаҡты артабан үҫтереү өсөн республикала «Башҡортостан Республикаһында йылҡысылыҡты үҫтереү» ярҙамсы программаһы раҫланған. 2020 йылға 8,5 миллион һум күләмендә ярҙам бүленгән.

https://www.bashinform.ru/news/1478380-v-bashkirii-170-kumysnykh-ferm-proizvodyat-v-god-3-7-tys-tonn-natsionalnogo-napitka-/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть