Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала COVID-19 таралыуы ғәҙәттән тыш хәл индереү өсөн сәбәп булыуы закон менән нығытылды

Сәйәсәт

Башҡортостанда «Халыҡты һәм биләмәне тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында» республика законына төҙәтмәләр көсөнә инде. Атап әйткәндә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вәкилдәре хәүефле сирҙең таралыуын ғәҙәттән тыш хәл төшөнсәһенә индерҙе.

«Хәҙер авария, һәләкәт йәки хәүефле тәбиғәт күренеше генә түгел, ә хәүефле ауырыу таралыуға ла бәйле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе ихтимал. Законда пандемия шарттарында республика власть органдарының вәкәләттәре аныҡланды. Юғары әҙерлек йәки ғәҙәттән тыш хәл тәртибен индергәндә улар үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен билдәләй, республика биләмәһендә бөтә граждандар һәм ойошмалар уларҙы үтәргә бурыслы», — тип билдәләне Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе һүҙҙәренсә, яңы коронавирус инфекцияһы көтөлмәгән саҡырыу булды.

«Ҡануниәттә ошондай күләмдәге эпидемия барлыҡҡа килгән осраҡҡа эш итеүҙәр ҡаралмағайны. Хәҙер беҙҙең бындай осраҡта эш итеү тәжрибәһе бар. Закондар сығарыу базаһын яңы ысынбарлыҡҡа тап килтерергә кәрәк», — тине  Константин Толкачев.

https://www.bashinform.ru/news/1478297-v-bashkirii-zakonodatelno-zakrepili-rasprostranenie-covid-19-kak-povod-dlya-vvedeniya-chs/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть